Бөгөн, 6 февралдә, бер аҙ ҡар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һыра. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.
7 февралдә ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1, -6 градус.