Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2024, 08:56

Башына бәлә алған

Стәрлетамаҡтан 17 йәшлек егет, колледж студенты, мутлашыусыларҙың этлеген тормошҡа ашырырға ярҙам иткән. 

Башына бәлә алғанБашына бәлә алған
Башына бәлә алған

88 йәшлек әбейҙе "яҡынығыҙ аварияға тарыған" тип билдәһеҙ ҡатын алдаған.  Оло кешенең 96 мең һум аҡсаһын егет килеп алған да, биш меңде үҙендә ҡалдырып, 91 меңде банкомат аша эш биреүсегә ебәргән. Законһыҙ эш менән шөғөлләнгәнен белгән, уға, йөҙөн йәшерер өсөн, битлек кейеп, шарф менән уранып барырға ҡушҡандар.

Хәҙер был егеткә ҡарата енәйәт эше асылған. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас