7 февралдә епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.
Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайышҡа табан секундына 14 метрға тиклем, урыны менән секундына 20 метрға тиклем етәсәк.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0, -5 градус. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк булыуы фаразлана.
Фото: Т. Аманов