Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2024, 09:30

Аксаковтың музейы төҙөкләндереләсәк

Былтыр Сергей  Аксаков исемендәге парк төҙөкләндерелгәйне, быйыл музейына ремонт эшләнәсәк.

Аксаковтың музейы төҙөкләндереләсәкАксаковтың музейы төҙөкләндереләсәк
Аксаковтың музейы төҙөкләндереләсәк

"Сергей Тимофеевич Аксаковтың Өфөләге йорт-музейын реставрациялайбыҙ. Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Мин Мәҙәниәт министрлығына йөкләмә бирҙем инде.

Был эште уйлап башҡарырға кәрәк. Атмосфераны һаҡлау мөһим. Музейҙарҙың матурлығы һәм боронғоларҙы һаҡлауҙың матурлығы нимәлә? Бында кеше элек нисек булғанын, шәхестең  нисек йәшәгәнен күрә ала.

Реставрация ваҡытында инженер инфраструктураны төҙөкләндереү мөһим, музейҙы ниндәй өҫтәмә экспонаттар менән тулыландырыу мөмкинлеген ҡарайыҡ.

Беҙ Аксаковтың ижадын, ЮНЕСКО кешелек масштабында өлгөлө тип таныған уникаль ғаиләһенең мираҫын популярлаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Былтыр беҙ уның исемендәге баҡсаны яңырттыҡ. Музейҙы капиталь ремонтлау был эштең  дауамы буласаҡ", - тип яҙған социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас