Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2024, 09:00

84 йәштә лә "Йәшлек" менән!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында уйнатылған «Аҙна һайын – бүләк» уйынында Ғафури районының Үзбәк ауылынан Ниязбай ҒӘЗИЗОВ электр йылытҡысын отҡайны. 84 йәшлек аҡһаҡал бүләген «Йәшлек» гәзите редакцияһынан улы менән  үҙе килеп алды.  

84 йәштә лә "Йәшлек" менән!84 йәштә лә "Йәшлек" менән!
84 йәштә лә "Йәшлек" менән!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында уйнатылған «Аҙна һайын – бүләк» уйынында Ғафури районының Үзбәк ауылынан Ниязбай ҒӘЗИЗОВ электр йылытҡысын отҡайны. 84 йәшлек аҡһаҡал бүләген «Йәшлек» гәзите редакцияһынан улы менән  үҙе килеп алды.

-Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанциямды һәр ваҡыт был уйынға ебәрәм. Ниһайәт, бәхет миңә лә йылмайҙы – бүләк оторға насип булды. «Йәшлек»кә  кешенән алда яҙылып ҡуям. Гәзит уҡымайынса тороп булмай. Һәр бер һанын ҡәҙерләп йыйып барам. Баҫмағыҙҙа миңә хикәйәләр, «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһы аҫтында сыҡҡан кеше яҙмышын сағылдырған  тормошсан яҙмалар оҡшай. Артабан да редакция хеҙмәткәрҙәренә шулай беҙҙең өсөн уҡымлы, йөкмәткеле гәзит сығарыуҙарын, һаулыҡ теләйем, – ти ул.

   Әйткәндәй, Ниязбай олатайҙың ҡыҙы Рәшиҙә Ҡорбанғолова Үзбәк ауылының почтальонкаһы икән. Баҫмабыҙҙы халыҡ араһында таратыуҙа уның да өлөшө ҙур.

         «Йәшлек»тең бүләктәренең лайыҡлы ғаиләләргә эләгеүенә беҙ  ихлас күңелдән ҡыуанабыҙ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас