Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2024, 12:20

Курьер - 18 йәшлек егет

Стәрлетамаҡта 91 йәшлек әбейҙе муттар "улың аварияға тарыны, уның арҡаһында кешеләр зыян күрҙе, енәйәт эшен асмаһындар өсөн аҡса талап ителә" тип алдайҙар. 

Курьер - 18 йәшлек егетКурьер - 18 йәшлек егет
Курьер - 18 йәшлек егет

Әбей 215 мең һум аҡса йыйып, курьерға тоттора.

Курьерҙы полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡан. 18 йәшлек егет, эште миңә мессенджерҙа тәҡдим иттеләр, тигән. Хәҙер уға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас