Фәүзиә ФӘРРӘХОВА 1959 йылдың 15 июлендә Татарстандың Лашманка ауылында тыуа. Ҡазан дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлай. 1984 йылда ғаиләһе менән Ағиҙел ҡалаһына күсәләр. 1-се мәктәптә уҡытыусы, завуч булып эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
Тыуған яҡтан сәләм
Ап-аҡ мамыҡ кеүек ҡарҙар яуа,
Сәләм булып тыуған яҡтарҙан.
“Әллә инде оноттоңмы? – тиҙәр, –
Ҡайтҡаның юҡ һуңғы арала".
Тыуған яҡты нисек онотаһың?
Яйы сыҡмай тора ҡайтырға.
Күңел менән көн дә ҡайтып киләм,
Йәшлек һуҡмаҡтарын уҙырға.
Яҙғы йылы ләйсән ямғыр яуа,
Ул да миңә сәләм килтергән.
Тыуған яҡты һағынып йәшәй-йәшәй,
Сит ерҙәрҙә ғүмер ителгән.
Тыуған яҡтан йылы елдәр иҫә,
Алып килә бесән еҫтәрен.
Әсәй менән еләк йыя инек –
Шул турала татлы төштәрем.
Тыуған яҡтан килгән көҙгө ямғыр
Һиҫкәндереп ҡуя күңелде.
Моңһоуланып ҡалған тыуған яҡтар
Мин ҡайтыуҙы көтә түгелме?
Тәүге һөйөү
Эй, һеҙ, йәшлектәге һөйгән йәрҙәр,
Кем парҙары хәҙер булдығыҙ?
Бәхет таптығыҙмы улар менән,
Уңдығыҙмы, әллә туңдығыҙ?
Өлөштәргә төшкән көмөштәрҙе
Алмаштырҙығыҙмы баҡырға?
Сит-ят йәрҙе һайламанығыҙмы,
Яңлыш тиңләп уны алтынға?
Әрнеп, һулҡып ҡуймаймы һуң йөрәк,
Иҫкә алып тәүге һөйөүҙе?
Барған юлдан әллә бараһымы,
Файҙаһы юҡ, тиеп, көйөүҙең?
Буй етмәҫлек яҡты йондоҙ булып
Балҡыймы ул тормош күгендә?
Әллә йәшерен генә һаҡланамы
Йөрәктәрҙең иң-иң түрендә?
Татлы хыял булып, тәүге һөйөү
Ғүмер буйы йәшәй күңелдә.
Яратырға өйрәткәне өсөн
Онотмағыҙ рәхмәт әйтергә.
Булған бәхеттәрҙе һаҡлайыҡсы,
Һауаларҙа торна ҡыумайса.
Хыял –хыял булып ҡалһын, әйҙә.
Йөрәккәйем, етәр, тыныслан.
Әсәй йыры
Донъя мәшәҡәтен ҡыуа-ҡыуа
Көн артынан тағы көн үтә.
Төндәр етеп, баш мендәргә тейгәс,
Йөрәкте бер таныш моң өтә.
Ҡайҙан керҙе был моң йөрәгемә,
Ниңә һаман сыңлай күңелдә?
Был йырҙы бит әсәй йырлай ине,
Онотоп булмай уны бөгөн дә.
Ябай ғына бер йыр – “Ураҡсы ҡыҙ”,
Ниңә йырланы икән тап уны?
Әллә үҫмер саҡта көйәнтәләп
Һыуҙан ҡайтҡан сағын уйланы?
Әллә баҫыуҙарҙа ураҡ урған
Йәш ҡыҙ сағын иҫкә алғанмы?
Әллә хәтерләгән тәүге тапҡыр
Йөрәгенә ялҡын ҡапҡанын?
Бәлки ҡорал тотоп, яуға китеп
Ҡайтмай ҡалған йәрен һағынған?
Йырлағанда күҙе йәшләнһә лә,
Йәшәү йәмен тойоп туймаған.
Ниңә йырланы икән гел был йырҙы?
Минең өсөн ҡалды сер булып.
Был сереңде сисә алмаһам да,
Күңелдәрҙә ҡалдың йыр булып.