Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2024, 15:00

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Рафиға Усманова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Рафиға Усманова ижадынан бер шәлкемБорай районының талантлы уҡытыусыһы Рафиға Усманова ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы уҡытыусыһы Рафиға Усманова ижадынан бер шәлкем

Рафиға УСМАНОВА 1954 йылдың 7 сентябрендә Бустанай ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, ике йыл уҡытыусы булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Артабан хеҙмәт юлын уҡытыусы, тәрбиәсе булып дауам итә. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән мәлендә журналистика өлкәһендә эшләй. Тиҫтәнән артыҡ китап авторы, Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы.

 

Эсемдәге – тышымда
Талғын ел кеүек тынысмын,
Йә әйләнәм ташҡынға.
Яһалма була алмайым:
Эсемдәге – тышымда.
Үсем дә бар, яуыз да бар яуызлыҡҡа,
Ҡылысым да йыш ҡында.
Көрәшәм, арттан сәнсмәйем,
Эсемдәге – тышымда.
Эҫелә күләгә булырмын,
Йылытырмын ҡышын да.
Ялғанға ғына ҡеүәт юҡ,
Эсемдәге – тышымда.
Күңелемдә бер кемгә лә
Асыу ҙа юҡ, юшҡын да.
Әммә хаин ярлыҡанмай,
Эсемдәге – тышымда.
Рәнйетмәгеҙ нахаҡтарға
Шундай булған өсөнгә.
Күҙ йәшемде бер кем күрмәҫ:
Бар һағышым эсемдә.

Күркә
Аҡҡош – күлдә, Бөркөт йәшәгән ерҙә-күктә,
Ни ғәжәп һуң, йәшәгән, ти, бер Күркә.
Бер көн улар матурлыҡта,
Батырлыҡта ярышҡандар,
Батша булыу өсөн ҡаты ғына алышҡандар.
Еңелһә лә, аҫта ҡалып Бөркөттән,
Өҫтә ята тип күргәндәр уны күктән.
Ҡабарынған Күркә күренгәндер, ахыры, батыр,
Ҡарға судъяға ул тойолған хатта Аҡҡоштан да матур.
Шулай итеп, батша булып алған Күркә,
Башҡаларҙы күрмәгән дә, һанап сүпкә.
Аҡҡош һымаҡ пак булмаҡсы, имеш, –
Буялған ул аҡҡа.
Ҡарасҡы төҫөнә кереп, ҡалған Күркә оятҡа.
Бөркөт һымаҡ осоп менмәксе булған ҡаяға,
Йығылып төшөп, үлә яҙған шыяла.
Эй, көнләшкән аҡҡоштарҙың бейеүенән,
Шартлай яҙған бер-береһен һөйөүенән.
Балалары сыҡҡан бер көндө Аҡҡоштоң,
Күркә әйткән: “Үләкһә икән бәпкәләре йолҡоштоң”.
Аҡҡоштан матур, Бөркөттән батыр һанаған
Үҙенең балалары
Булып сыҡҡан, имеш, тауыҡ себештәре.
Йөҙөп күрһәтмәксе булып күлгә ингән,
Ҡабарынған бүкһәһенә һыу тулған да, батып үлгән.
* * *
Ниҙәр ҡылмаҡ кәрәк: арабыҙҙа һирәк шул
Бөркөт һәм дә Аҡҡоштар.
Уның ҡарауы, донъя тулы үҙ урынын белмәҫ
Шул Күркә һымаҡ йолҡоштар.
Бар шөғөлдәре Аҡҡош һәм Бөркөттәргә
Аяҡ салыу арымай-талмай,
Шуғамы тормошобоҙ бер ҙә алға бармай?

Баҙар был!
Кем гөлөн һата,
Кем хеҙмәткә — көнөн,
Кемдер аҡсаға —
Хатта айлы төнөн.
Кем һаталыр динен,
Кем — үҙенең
Тыуған Әсә телен.
Һатыу бер ни тормай
Кемдәргәлер
Ғәзиз Тыуған илен.
Кем – аңын,
Кем йәнен һата,
Кем – һуңғы малын,
Ә кем – бары зарын.
Кем Тыуған иле өсөн
Ҡыҙғанмай хатта ҡанын,
Яҡлап, һаҡлап,
Уның данын.
Яйлап ҡына,
Майлап ҡына,
Донъя баҙары
Ҡайнап тора,
Иманлыны иманһыҙҙан,
Айырып,
Һайлап ҡына.
Һатып алып була, ти,
Тәхетен,
Хатта – зыяраттағы ләхетен.
Ымһынма, әммә
Бер кем дә һатмаҫ һиңә бәхетен!
Баҙар был!
Һатаһың, алаһың,
Һайла, теләйһең ҡайһыһын?
Ана,
Улын юғалтҡан Әсә тора,
Тик бушҡа ла алмаҫ шул уның
Бер кем дә
Ҡайғыһын...

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас