Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраля 2024, 07:45

"Самурай"ҙан сәләм!

Көйөргәҙе районынан "Самурай" позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенән сәләм еткерҙе!

– Көйөргәҙе районынан үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға килдем. Хеҙмәт итәбеҙ, барыһы ла яҡшы. Ил-Ватаныбыҙҙы һаҡлайбыҙ. Дошманды ҡырабыҙ. Еңеү менән ҡайтабыҙ. Беҙ булдырабыҙ.

Туғандарға, дуҫтарға - барыһына ла күп сәләм. Минең өсөн борсолмағыҙ. Барыһы ла һәйбәт. Еңеү өсөн саҡ ҡына эшләп алырбыҙ ҙа ҡайтырбыҙ, - ти яҡташыбыҙ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас