«Үрсетмәне кесерткән үҫкән йомшаҡ, таралып торған тупраҡҡа ултыртыу яҡшы. Бындай тупраҡта бөтә нәмә лә ҡотороп үҫә. Уны көҙҙән әҙерләп ҡалдырам. Беҙҙә йәй ҡыҫҡа , йәй уртаһына тиклем ҡырауҙар булғас, күптәрен теплицаға ултыртам. Асыҡ тупраҡҡа ултыртырға ла иртә өлгөрә торған помидорҙарҙы алам. Орлоҡтарҙы үтә күренмәле ҙур пластик стаканға сәсәм. Тамыры бөтә стаканды биләп алғас, 5 литрлы пластик һыу һауытына күсерәм. Көндәр йылыта башлағас (тышта -1,–3 градус булһа ла ярай) теплицаға сығарам. Төндәр ныҡ һыуыҡ булһа, йылытҡыс ҡуябыҙ. Үрсетмәне һауытынан тупрағы менән алдан әҙерләнгән соҡорға ултыртам. Теплицала помидор насар үҫте, сәскәләрен ҡойҙо, тип әйтеүселәр ҙә бар. Көндәр ныҡ эҫе булғанда елләтергә, форточкалы теплица булһа, уларҙы асып ҡуйырға кәрәк, ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡлау өсөн теплица өҫтөнә сепрәк ҡаплап торһағыҙ ҙа яҡшы.
Теплицаға ошо сорттар яҡшы:
«Батаня»– уңышы мул була, иртә өлгөрә.
«Тяжеловес Сибири» –эре, иртә өлгөрә.
«Чудо земли» – ныҡ эре, уңышы мул.
«Краса Сибири» –иртә өлгөрә, һалҡындарға сыҙам, уңышы мул, тәмле, итләс сорт.
«Дворцовый» - помидорҙары тығыҙ, оҙаҡ һаҡлана. Ғинуарға тиклем торҙо. Табынға ҡуйғанда һыуы ағып тормай, итләс. Асыҡ ерҙә ултыртам.
Йыл да үҙем һынап ҡараған сорттарҙан «Мечта Алисы» (теплицала октябрь аҙағына тиклем уңыш бирҙе), «Верочка» (был гибридтың уңышы мул, тоҙларға яҡшы), «Спасская башня» «Сто пудов», «Пузата хата»», «Мазарини», «Третьяковский», «Пудовик» сорттарын ултыртам. Был томаттар мул уңыш бирһен өсөн стимулятор һибергә кәрәкмәй, үҫеүгә талымһыҙҙар.
Тышҡа ултыртырға «Верочка», «Хурма», «Алсу», «Орлин Клюв», «Кенигсберг» (ҡаты, эре сорт, бер помидорҙың ауырлығы 365 г булғайны), «Джения», «Волгоградский», «Настенька», «Демидов» (ҡыҫҡа булып үҫкән сорттар), «Волгоградский (тоҙлауға яҡшы), «Эм чемпион» (помидоры эре булып өлгөрә, теплицала урынды күп ала)яҡшы.
Үрҙә һанап үткән томат сорттары – беҙҙең климатҡа ярашлы, миндә йыл да үҫтерелеп, һыналған сорттар.
Асыҡ тупраҡта үҫтергәндә «Морковный», «Мангольский карлик» (1 кв.метрҙа бер ҡыуаҡ үҫә, иркен урын талап итә), «Петрушка - огородник» сорттарын (тәмле) бәйләргә лә, артыҡ һабаҡтарын да өҙөргә лә кәрәкмәй. Ике аҙнаға бер тапҡыр төптәрен күмеп, сүбен утап торһағыҙ, шул етә.Тышҡа сығарғас, ҡырауҙарҙан һаҡлау өсөн бер нисә ҡат агроспан , полиэтилен менән ҡаплайым.
Иртә өлгөрә торған сортлы помидорҙарҙы ғинуар уртаһында, февраль башында ултыртам. Шуға майҙа уҡ теплицанан помидор өҙөп ашай башлайбыҙ».
Лилиә баҡса үҫтереү серҙәре менән үҙенең социаль селтәрҙә алып барған төркөмдәрендә уртаҡлаша. Уны Телеграмда :https://t.me/umniazliliya, "В контакте"ла Бакчачы Лилия (vk.com) һылтанмалары буйынса табырға мөмкин.
Фото: Лилия Мортазина.