Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2024, 04:43

Халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар бүленә

Былтыр 900-ҙән ашыу кәсепсе-һөнәрсе оҫтаға бизнесын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы бирелгән.

Халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар бүленәХалыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар бүленә
Халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә иғтибар бүленә
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы, 258 эшҡыуар, 591 үҙмәшғүл, 52 кеше (алдағы төркөмгә ҡарамаған) төрлө тематикала оҫталыҡ дәресе алған, "түңәрәк өҫтәл"дә, вебинарҙа ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһенә ҙур күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыу, продукцияһын билдәле маркетплейстарҙа электрон сауҙала һатыу мөмкинлеге бирелгән.
300 кәсеп оҫтаһы Волга буйы йәрминкәләрендә, «Иван-да-Марья», «Жар-птица», «Уфа. Арт. Ремесла. Сувениры», «Ладья. Зимняя сказка-2023», «Неделя ремесел-2023» кеүек сараларҙа ла ҡатнашҡан.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас