Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2024, 15:00

Борай районының талантлы педагогы Фәниҙә Мәҡсүтова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:    

Борай районының талантлы педагогы Фәниҙә Мәҡсүтова ижадынан бер шәлкемБорай районының талантлы педагогы Фәниҙә Мәҡсүтова ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы педагогы Фәниҙә Мәҡсүтова ижадынан бер шәлкем

Фәнзиә МӘҠСҮТОВА 1958 йылдың 19 ғинуарында Ғүмәр ауылында тыуып үҫә. Благовещенск педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Артабан 40 йыл Борай 2-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Балалар өсөн биш китабы донъя күрҙе. Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, мәғариф отличнигы.

 

Беҙ бер бөтөн
Беҙҙе күптән игеҙ ҡыҙҙар, тиҙәр.
Беҙ бер иштән, бер үк төҫтән беҙ.
Бишектәрҙә гүзәл еребеҙҙең
Былбыл моңон тыңлап үҫкәнбеҙ.
Бер үк йортта бергә ауаз һалып,
Яҡты дөньяларға баҡҡанбыҙ.
Тәүге аҙым, тәүге һөйөү наҙы,
Ошо ерҙә бәхет тапҡанбыҙ.
Һин дуҫымдың ҡурай моңдарын да
Һағынып ҡайтам алыҫ киткәндә.
Һинең йырҙар, һинең моңһоу йырҙар
Танһыҡ була икән ситтәрҙә.
Ҡалпағымдың уҡа остарында
Талир тәңкәләрең сыңдары.
Араларҙы бергә бәйләп тора
Икебеҙҙең дуҫлыҡ йырҙары.
Бер атаның ике балаһы беҙ,
Айырылмаҫ игеҙ балаһы.
Шул дуҫлыҡтың ҡәҙерҙәрен һаҡлар
Ул һәм ҡыҙҙар беҙҙән ҡалаһы.
Еребеҙ – бер, уртаҡ һулар һауа,
Һинке ул һәм дә минеке.
Беҙ бер бөтөн, беҙ бит һинең менән
Башҡортостан тигән илдеке!

Китә ҡаҙҙар Донбасҡа...
Китә ҡаҙҙар,китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбасҡа..
(халыҡ йырынан)
Ниндәй Донбасс булды һуң был –
Ҡаҙҙар ҙа китә унда,
Атайҙар, улдар ҙа китә,
Егеттәр китә таңда.
Нисә ҡабат шартлауҙарҙа
Ут янған инде Донбасс.
Илем нисек иңен ҡуймаҫ
Тағын шул хәлдә ҡалғас.
Илен һаҡлап, халҡын һаҡлап,
Китә егет Донбассҡа.
Үҙ халҡыңа дошман атҡас,
Нисек яҡлап бармаҫка.
Туҙан төшмәҫ ике ара –
Борай – Донбасс араһы.
Бабам заводтар төҙөгән,
Ил күтәргән яңыһын.
Иген иккән, елдәр еткән –
Ауыр хеҙмәт иңдәрҙә.
Һағынып йырлай һөйгәне
Киткәс алыҫ илдәргә.
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбасҡа...
* * *
Ата - баба үткән юлдан
Хәҙер ейәндәр бара.
Хәҙер ейәндәр Донбасс, тип
Яуҙарҙа башын һала.
Атаһын сабыйҙар көтә,
Сабыйын көтә әсә.
Инде күпме ата-әсә
Хәсрәт утында яна.
Батырҙар ҡайта еремә
Даны ҡайта тағы ла.
Һәр беребеҙ егеттәргә
Изге теләк һағында.
Китәләр ҡаҙҙар Донбассҡа,
Китәләр инде тағын.
Ә мин Борай улдарына
Сәләм ебәреп ҡалдым.
Киттеләр ҡаҙҙар Донбассҡа,
Сәләм алып, ҡағынып.
Беҙ көтәбеҙ иҫән -имен
Ҡайтыуҙарын һағынып.
Китте улар, моңға төрөп,
Күген ауыл осоноң.
Ә мин ҡаҙҙарҙың артынан
Аҡ күгәрсен осорҙом.

Бер хәтирә
Күңелемә, онотолмаҫ булып,
Бер хәтирә кереп һыйынған.
Тормош һабаҡтарын онотма, тип
Оҙатып килә ғүмерем буйына.
Дүрт мөйөшлө ябай ауыл йорто,
Ағас һике, өҫтәл түрендә.
Мейестә икмәк, тәмле еҫ таратып,
Бәрәңгеләр бешә көлөндә.
Мейес янында күмер самауыры
Ҡайнап сыҡты шаулап тағы ла.
Сәйгә саҡырып, өҫтәл күрке,
Менеп ултырҙы ла табынға.
Өҫтәл әҙер, инде өлөш итеп,
Ыумас ашы ҡалды бүләһе.
Шул сағында өйҙең түрен йәмләп,
Йорт хужаһы ҡайтып инәһе.
Балаларҙың шау-шыу ауазынан
Бәхет ишектәрен асасаҡ.
Яңылыш ингән ҡайғы-борсоу ҙа
Оҙаҡ тормай сығып ҡасасаҡ.
Кәрәк саҡта, өрлөк ярығынан
Бармаҡ янай "аҡыл сыбығы".
Килер быуын тәртип ҡағиҙәһен
Аҙым һайын алды сынығып...
Барыһын еңеп, ғаилә нигеҙенә
Берҙәмлектән ҡорос ҡойғандар.
Тормош карабына елкәнде лә
Үҙ көстәре менән ҡуйғандар.
Ныҡлы нигеҙ илде күтәрергә
Уйлаһаң бер – күпме көс биргән:
Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар, ил һаҡсыһы,
Хеҙмәт батырҙары үҫтергән.
Тормош ваҡлығынан ялҡып китеп,
Эшем төшөп китһә ҡулымдан,
Ата-бабам рухы өндәшкәндәй:
Сеү, тайпыла күрмә юлыңдан!
Урамдарҙан барам үткән менән,
Заманалар башҡа, зар башҡа.
Үрнәк итеп ябай ғаилә ҡотон,
Яҙып ҡуйыр инем һәр ташҡа.
Һөйләр инем ғаилә ҡиммәттәрен,
Тик аңламаҫ кеүек киләсәк.
Һәр бер быуын бәхет-шатлыҡтарын
Үҙ күҙлеге аша күрәсәк.
Үҙгәрештәр елен йырып барам,
Ҡарайым ла ауылым яғына.
Тормыштар – мул, йәшәү – рәхәт, ләкин,
Үткәндәрҙе күңел һағына.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас