Баҡһаң, гел йылмайып торған, ҡашы күтәрелгән, күҙе-ауыҙы, танауы “дөрөҫ” урынлашҡан, ал яңаҡлы, күҙҙәре бер-береһенә яҡын булған кешеләр ышаныс уята икән.
Ә ҡыҫҡа эйәкле, һалҡын төҫлө тиреле, ауыҙы ике яҡҡа төшөңкөрәп торған кешеләр ышаныслы түгел. Өҫтәүенә ярлылар ҙа, имеш.
Бала йөҙлөләрҙе етдигә алып булмай. Ундайҙар буйһоноусан һәм түбән интеллектлы, тип һығымта яһағандар.
Ә бына байҙар шундай: оҙонсараҡ йөҙлө, бейек маңлайлы, ҙурыраҡ танаулы (алғараҡ сығып торған ҙур булалыр инде), турһыҡ иренле. Көлөргәме? Иларғамы?