Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль , 19:00

Телефон, ноутбуктар оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ…

 Хәҙер һәр өйҙә телефон, планшет, ноутбук бар. Улар оҙағыраҡ һеҙгә хеҙмәт итеүен теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.  

Телефон, ноутбуктар оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ…
Телефон, ноутбуктар оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ…

 

 Телефондың зарядкаһы 10- 20 процентҡа төшкәс кенә, зарядланырға ҡуйырға кәрәк. Иҫкә төшкән һайын ҡуйғанда аккумулятор тиҙ бөтә.

 Шулай уҡ телефонды заряд йыйырға ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел. Гаджеттарҙа махсус программа бар. Зарядланыу 100 процентҡа еткәс, энергияны ҡабул итмәй.

Ноутбук менән ҡулланғанда уны аяҡҡа, карауатҡа ҡуйырға ярамай. Унда урынлашҡан вентиляция ҡыҙмаһын өсөн һауа инергә тейеш. Дисплейындағы туҙанды ла ҡоро сепрәк менән генә һөртөгөҙ.

Ноутбук менән урамдан  ингәс, уны бер сәғәт тирәһе тоҡандырмай тороғоҙ.

Смартфондарҙы һыуыҡта ҡулланмағыҙ. Аккумуляторҙары өсөн һалҡын бик зыянлы.

Телефондарығыҙҙы сумка төбөндә йөрөтмәгеҙ, туҙан, сүп ҡуна.

Ике йылға бер булһа ла компьютер, ноутбуктарығыҙҙы туҙандан таҙартырға алып барығыҙ. Гаджеттарҙа көслө тауыш сыға башлаһа, ашығыс рәүештә ҡаратығыҙ.

 Компьютерға тура ҡояш нурҙары төшмәҫкә тейеш. Уларҙың экраны боҙола.

«Тиҙ зарядка йыйыҙырыусы» аккумуляторҙарҙы ҡулланмағыҙ. Тик үҙенеке менән генә заряд йыйҙырырға кәрәк.

 Гаджеттың, телефонығыҙҙың тышлығы ҡалын булһа, заряд йыйҙырғанда һалдырығыҙ. Сөнки ул ҡыҙасаҡ. 

Фото: 

 

krasivoe-foto.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: