Был аппарат яғыулыҡты ла күп ашамай икән. Уны такси итеп файҙаланыу уңайлы буласаҡ, ти ғалимдар.
Милли технологик инициатива (НТИ) вәкилдәре мәғлүмәттәренсә, осҡос вертолет кеүегерәк, бикоптер тип әйтергә лә була. Бер урынлыҡ аппарат пилотһыҙ эшләй (дисплейҙа барыр ерҙе күрһәтергә генә ҡала), шулай уҡ ҡул менән эшләй торған режимы ла бар. Һуңғыһында кешегә ососусы таныҡлығы кәрәгәсәк.
“Пчелка”ның тиҙлеге сәғәтенә 200 км-ға етеүе мөмкин. Электр двигателле аппарат 180 км алыҫлыҡҡа оса ала. Осош өсөн максималь ваҡыт – бер сәғәт тә 10 минут.
Фото: пресс-служба НТИ.