Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр иткән, "Башинформ" агентлығы яҙған.
Ҡатын оҙаҡ ваҡыт үҙ аллы дауаланған, сир билдәләренә артыҡ иғтибар итмәгән. Һөҙөмтәлә, түллектәге шеш ҡот осҡос ҙурайған. Пенсионерканы Күмертауға дауаханаға һалғандар. Кистаның күләме 30 литрғаса үҫкән булған. Әмәлиәт уңышлы үткән, пациент өйөнә ҡайтарылған да инде.
Иғтибар! Зинһар, һаулығығыҙға төкөрөп ҡарамағыҙ! Һәр үҙгәреште, һәр хәүефле билдәне иғтибарға алығыҙ, битараф булмағыҙ! Үҙ һаулығығыҙ үҙегеҙҙең ҡулда.