Йәрмәкәй районының "Айыҡ ауыл - Әбделкәрим" төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, уларҙа икенсе тапҡыр "Һаулыҡпиада" спорт-фольклор байрамы ойошторолған. Әбделкәримдәр "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсында ҡатнаша.
"Һаулыҡпиада" былтыр ҙа бик күңелле үткән. Быйыл ярышҡа балалар сыҡҡан, өлкәндәр уларҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп торған. "Ҡыр-Йылан" менән "Байлар" командалары (ырыуҙар) саңғыла уҙышҡан, арҡан тартышҡан, тоҡ кейеп ярышҡан. Әлбиттә, дуҫлыҡ еңде, ти ойоштороусылар.
Фото: Трезвое село Абдулкаримово Ермекеевский район (vk.com) (Т. Сергеева).