Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Января 2024, 15:58

Егеттең күҙенә атҡандар

Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә конфликтта ҡатнашыусыларҙы асыҡланы.

Егеттең күҙенә атҡандарЕгеттең күҙенә атҡандар
Егеттең күҙенә атҡандар

Баш ҡаланың 9-сы полиция бүлегенә хәбәр ителеүенсә, Үрге сауҙа майҙанында урынлашҡан бар янында 22 йәшлек егеткә билдәһеҙ кешеләр һөжүм итә, күҙенә ата. Зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
- Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлай һәм ҡулға ала. Улар Өфөнән 19-21 йәшлек биш кеше булып сыға.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 213-сө статьяһы буйынса ("Хулиганлыҡ") енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә, - тип яҙа РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас