Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2024, 16:00

БАҺА

Бирештең дә бөгөлөп төштөң,Яҙмыш алғас ауыҙлыҡлап.Эй шатланды бер дошманың,Үсәне ул яуызлыҡтан.Башың шаңҡып, һеңгәҙәүҙәнЙөрөнөң оҙаҡ икеле-микеле,Тотош донъяға бер үҙеңБәхетһеҙ кеше шикелле...Һиңә — икеле!Тик был ерҙә ҡояш һаманҠояш булып ҡала бирҙе,Ҡалтыранып өшөгәндәЯҡты, йылы нурға төрҙө.Ҡул сәпәкләп көлгән дошманҮҙе һиңә ҡеүәт бирҙе,Шул саҡ эшең китте уңға,Уңышың да ишле-ишле.Уға — бишле!Зөһрә Ҡотлогилдина

БАҺАБАҺА
БАҺА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас