Министрҙар кабинеты мәғлүмәтәре буйынса, «Бала тыуыу» онлайн-сервис аша яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәү иң күбе Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлектәрендә, шулай уҡ Нефтекамала һәм Туймазыла теркәлгән.
Суперсервис ата-әсәләргә ЗАГС бүлегенә бармайынса ғына, электрон рәүештә тыуыу тураһында медицина таныҡлығы нигеҙендә баланы теркәргә мөмкинлек бирә.
«ЗАГС органдары системаһы даими камиллаша. Республиканың ЗАГС органдары «Бала тыуыу» суперсервисы буйынса Рәсәй төбәктәрендә лидер булып тора. Был хеҙмәт ата-әсәләргә 12 сәғәт ваҡытын экономияларға ярҙам итә, шулай уҡ 60-ҡа яҡын ҡағыҙ документты тултырыуҙан азат итә. Бала табыу йортонда уҡ әсә кеше «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша ғариза бирә ала. Суперсервис ярҙамында тыуыу тураһында электрон таныҡлыҡ, СНИЛС, ИНН, медицина полисы, йәшәгән буйынса теркәлеү, шулай уҡ «Әсәләек капиталы»на сертификат алырға мөмкин », — ти БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.
Теләге булған осраҡта ЗАГС бүлегендә лә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.