Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2024, 10:20

Ришат Төхвәтуллин һаулығы насарланыуына зарланған

Ул бер туҡтауһыҙ осҡолоҡ тотоуы һәм маңлайындағы яраһы хаҡында һөйләне.

Ришат Төхвәтуллин һаулығы насарланыуына зарланғанРишат Төхвәтуллин һаулығы насарланыуына зарланған
Ришат Төхвәтуллин һаулығы насарланыуына зарланған

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин концертына өс көн ҡалғас, тауышы бөтөүе, икенсе юлы ике аҙна ҡалғас аварияға осрауы, маңлайындағы яраны тегеүҙәре һәм уны сәсе менән ҡаплап йөрөүе тураһында бер тапшырыуҙа һөйләне.

– Бер концертым алдынан мунса индем. Шунан һуң гайморит башланды, тауыш менән бәйле лә түгел шикелле, әммә тауыш ярылары ялҡынһына башланы. Табиптарға мөрәжәғәт иткәс, антибиотик бирҙеләр. Дарыуҙарҙан минең осҡолоҡ тотто. Уныһы 5 минут ҡына түгел, ә көнө буйы дауам итә. Осҡолоҡ тотоу тауыш ярыларына тағы ла нығыраҡ йоғонто яһаны. Концертҡа өс көн ҡалды тигәндә, һуңғы репетицияла тауышым ниндәйҙер мөғжизә менән асылды, осҡолоғом да  бөттө.

Ә икенсе осраҡта мин концерт алдынан мотоциклым менән аварияға осраным. Маңлайым тишелеп, уны сәс менән ҡаплап сығыш яһарға тура килде. Был концерттан һуң ҡан баҫымым күтәрелеп, дауаханала ятып сыҡтым, – тип һөйләй йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас