ҮПКӘЛӘШМӘЙЕК
Бик күп йылдар үткәс, үпкәләүҙәр бөткәс, Күреп һөйләшкегеҙ килер бер заман. Тик ваҡытым наҡыҫ, ғүмер үтеп бара, Көтә алмам һеҙҙе мин һаман... Йәйҙәрҙән һуң һалҡын көҙҙәр килһә, Һары япраҡ булып мин туҙмам. Әйтер һүҙҙәрем дә әйтелмәйсә ҡалыр, Күрешергә һеҙгә ҡул һуҙмам... Яҙҙар етеп, ҡар һыуҙары аҡһа, Ярҙарыма ташып мин тулмам. Һүнеп-һүрелермен, яйлап төңөлөрмөн, Һеҙ килгәндә, бәлки, мин булмам... Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов