Был уҙышта район халҡы ғына түгел, ә яҡын-тирә район һәм ҡалалар саңғысылары ҡатнашты. Борай 2-се, 3-сө мәктәптәре, Ваныш-Алпауыт ауылы уҡыусылары күп килде. Мишкәләр, яңауылдар ҙа көслө саңғысыларын ебәргән.
Саф һауала бик матур сара булды. Әйткәндәй, ярыш "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса ҡуйылған маҡсаттарға тура килә.
Фото: Администрация муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан.