Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2024, 10:29

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эшкә сыҡҡан

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң эшкә сыҡты.  Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эшкә сыҡҡанҺаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эшкә сыҡҡан
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эшкә сыҡҡан

 «Яңы йылда үҙемдең тәүге эш көнөмдө  табипҡа яҙылыу буйынса кәңәшмәнән башланым.  2024 йылға беҙҙең алда ҙур бурыстар тора.  Быйыл Өфө ҡалаһының медицина учреждениеларын модернизациялау буйынса киң күләмле программаны башлайбыҙ.   Поликлиникалар, бөтә республика буйынса ФАП-тар төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ 4000 яңы ҡорамал килеүен көтәбеҙ. 

 29 декабрҙә  ике кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә авариянан страховкаланмаған.   Был хәл һәр кем менән булыуы ихтимал. Тағы бер тапҡыр һәләк булыусыларҙың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашам, уларға һәр саҡ ярҙам итеп торорға әҙермен», – тип яҙған министр.  Шулай уҡ үҙен дауалаған табиптарға ла рәхмәт белдергән.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас