Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2024, 15:50

Яңы рәйес һайланды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында - яңы рәйес. Кандидатты РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткәйне. Был турала яҙҙыҡ.

Яңы рәйес һайландыЯңы рәйес һайланды
Яңы рәйес һайланды

Хәҙер республиканың Үҙәк һайлау комиссияһын Азат Ғәлимханов етәкләйәсәк. Бөгөнгө ултырышта уны йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлап ҡуйҙылар.

Алда - Рәсәй Президентын һайлау. Әлбиттә, был ҙур сәйәси ваҡиғаға ике айҙан да әҙ ваҡыт ҡалғанда яңы эш башлау бик етди. Шулай ҙа Азат Ғәлимхановҡа ышаныс белдерәләр. Уны яңы вазифаһы менән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡотланы. Алдан яҙыуыбыҙса, Ғәлимханов Өфө фән һәм технологиялар университетында проректор булып эшләй ине.

Фото: МедиаКорСеть.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас