Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2024, 16:06

Төнгө дрифт өсөн яуап тотасаҡтар

Өфө ҡалаһы үҙәгендә төнгө дрифт ойошторған водителдәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип белдерҙе Ирина Волк.

Төнгө дрифт өсөн яуап тотасаҡтарТөнгө дрифт өсөн яуап тотасаҡтар
Төнгө дрифт өсөн яуап тотасаҡтар

- Ике "БМВ" машинаһы водителдәре киҫкен маневрҙар яһап, авария хәлдәрен тыуҙыра. Был ваҡытта пассажирҙары автомобиль тәҙрәләренән фейерверктар ата, - тип яҙа Ирина Волк. - Бындай хәүефле ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә сит ил машиналарының береһе кәртәгә бәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре төнгө дрифтта ҡатнашыусыларҙың барыһын да асыҡлай. 25 йәшлек егеткә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.15 статьяһы буйынса административ материал төҙөлгән. Быға тиклем ул бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған, шул иҫәптән тиҙлекте арттырған өсөн. Икенсе машина водителе лә шулай уҡ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Бынан тыш, әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре "Лада Приора" руле артында булған, сит ил машиналары артынан килгән, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған ҡыҙҙан һорау ала. Сираттағы осраҡ менән бәйле бөтә автоһәүәҫкәрҙәргә мөрәжәғәт итәм – иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн тирә-яҡтағыларҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай. Хәрәкәт итеүсе автомобиль юғары хәүеф сығанағы булып тора, һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас