Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин ошо хаҡта хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, бөгөн республикала 7 982 етем-бала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға иҫәптә тора, шуларҙың 5 088-не торлаҡ алыу хоҡуғы менән файҙаланыуға ваҡыты еткән. 2023 йылда 890 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. Шул иҫәптән 80 кеше социаль түләү иҫәбенә торлаҡ алыу хоҡуғы менән файҙаланған. Уның күләме 3,2 млн һум тәшкил иткән.
Район һәм ҡала округы хакимиәтте тарафынан сертификаттар биреүҙән тыш, 662 торлаҡ бинаһы һатып алынған. Торлаҡ һатып алыуға төҙөлгән килешеүҙәрҙең һәм бирелгән сертификаттарҙың дөйөм сумммаһы 1 млрд 577 млн һум тәшкил иткән.
Билдәле булыуынса, республикала етем-балаларға торлаҡ сертификаттарын 2023 йылда бирә башланылар. Бында хоҡуҡ республика исемлегенән 23 йәшкә еткән һәм 6 айҙан кәм хеҙмәт стажы булған етемдәргә бирелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтан.