Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2024, 04:58

Эт һәм бесәй аҫраусылар иғтибарына

Бәләкәй йорт хайуандарын (эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе) стерилләү йәки бестереү сирҙе һәм гормональ үҙгәрештәрҙе дауалауға ҡарағанда арзаныраҡ. Хайуандарҙың һаулығы өсөн дә хәүефһеҙ.

Эт һәм бесәй аҫраусылар иғтибарынаЭт һәм бесәй аҫраусылар иғтибарына
Эт һәм бесәй аҫраусылар иғтибарына

Йорт хайуандарын операцияға нисек әҙерләргә – Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

▫ ️Операцияға тиклем 2 аҙна алдан хайуанға ҡорттарға ҡаршы препараттар бирергә кәрәк. Әгәр бер ай элек дарыу биргәнһегеҙ икән, процедураны ҡабатламаҫҡа мөмкин.

▫ ️Хайуанға ҡотороуҙан, чумканан, калицивироздан һәм ринотрахеиттан прививка яһалған булырға тейеш. Вакцинациянан йәки ревакцинациянан һуң операцияға тиклем кәмендә 30 көн үтергә тейеш.

▫ Эт йә бесәйҙе операцияға тиклем 10-12 сәғәт ашатмағыҙ, 2 сәғәт эсермәгеҙ.

🔹Операциянан һуң йорт хайуанын ҡарап тороғоҙ. Өйгә һаҡ ҡына алып ҡайтығыҙ. Хайуан торған бүлмәлә үтә ел булырға тейеш түгел. Ятҡан урыны батареяға яҡын булмаһын.

🔹Тәүге ике көндә йорт хайуанын яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – наркоздан һуң үҙен ғәҙәти булмағанса тотоуы ихтимал. Уға бейек әйберҙәргә һикерергә рөхсәт итмәгеҙ.

🔹 Наркоздан тулыһынса сығыу өсөн 6 сәғәттән 24 сәғәткә тиклем ваҡыт үтә. Был ваҡытта хайуанға һыу ғына бирергә мөмкин. Ветеринарҙар йорт хайуанын икенсе көндө генә ашатырға кәңәш итә.

🔹Дөйөм хәлен күҙәтегеҙ. Операциянан һуңғы осорҙа хәүефле сигналдар:
- температура күтәрелеүе;
- тәүлектән ашыу һыуҙан һәм аҙыҡтан баш тартыу;
- һүлпәнлек, апатия;
- йөрәктең йыш тибеүе һәм тын ҡыҫылыу;
- ауыр бәүел сығарыу, дефекация булмау;
- йөйҙөң ялҡынһыныуы йәки унан ҡан һарҡыуы.

🔹Операциянан һуң тәүге 10 көндә әүҙем уйындарҙан баш тартығыҙ һәм урамға сығармағыҙ - яра тулыһынса бөтәшһен.

💉 Башҡортостандың даүләт ветеринария дауаханаларында һәм хирургия кабинеттарында йорт хайуандарын график буйынса ташлама менән стерилләү һәм кастрациялау үткәрелә. Бәйләнештәрҙе һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: https://vk.cc/cu8RXM

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас