Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2024, 09:38

"Башҡортостан продукты" киң тарала

«Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусылар һуңғы биш йылда 70 процентҡа артҡан. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа министры Алексей Гусев хәбәр итте.   

"Башҡортостан продукты"  киң тарала"Башҡортостан продукты"  киң тарала
"Башҡортостан продукты" киң тарала

 Бөгөнгө көндә  767 етештереүсе был брендты файҙаланыуға хоҡуҡлы, шуларҙың 631-е – аҙыҡ-түлек етештереүселәр, 136-һы – башға тауар етештереүселәр.     «Башкортостан продукты» билдәһе менән  29 төр продукция билдәләнә, был биш йыл элеккегә ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк. 

Ошо осор эсендә республика предприятиеларын яҡлап, 157 күсмә сессия һәм   бизнес-миссия ойошторолған. 

Республика компаниялары тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә һатыла.  224 проектта ҡатнашыусы үҙҙәренең етештергән тауарын Рәсәй төбәктәренә сығара.   Бынан тыш, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай, Белорусия, Ғәрәб Эмираттарына ла сығарыла. Сит илдәргә иң беренсе сиратта бал һәм ҡортсолоҡ продукттары, колбаса, һөт аҙыҡтары, ит деликатестары, төҙөлөш материалдары һ.б һатыуға ебәрелә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас