Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2024, 08:40

Заказникта һунар иткәндәр

25 ғинуарҙа төндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Бишбүләк» заказнигы биләмәһендә ҡабандарға законһыҙ һунар иткән браконьерҙарҙы тотҡан.

Заказникта һунар иткәндәрЗаказникта һунар иткәндәр
Заказникта һунар иткәндәр

 

Енәйәт урынында һигеҙ ҡабандың түшкәләре табылған. Ғәйеплеләр ҡулға алынған, тикшереү эштәре бара. Браконьерҙар килтергән зыян 1,5 миллион һумға баһалана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, заказник биләмәһендә йәнлектәргә һәм ҡоштарға һунар итергә ярамай. Махсус рөхсәт менән уларҙың иҫәбен көйләү йәки ғилми тикшеренеү эштәре өсөн генә ауларға мөмкин.

Былтыр Башҡортостандың тәбиғәт парктарында һунар иткән браконьерҙарға ҡарата 27 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас