Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2024, 18:30

Юлай моңо өҙөлмәйәсәк!

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдиновтың 70 йәшлек юбилейын билдәләнеләр.

Юлай моңо өҙөлмәйәсәк!Юлай моңо өҙөлмәйәсәк!
Юлай моңо өҙөлмәйәсәк!

Билдәле ҡурайсыны ҡотларға БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районынан яҡташтары, ғалимдар, уның уҡыусыһы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, интернат-мәктәпте тамамлаған дуҫтары, матбуғат вәкилдәре килгәйне. Улар Юлай Ғәйнетдиновтың башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм тулыландырыу өлкәһендәге хеҙмәтен юғары баһаланы, уға артабан да ижади уңыштар теләне. Шуныһы һөйөнөслө – бөгөн тәүге тапҡыр сәхнәгә мәшһүр ҡурайсының ейәне Азамат сығып, ҡурайҙа уйнаны. Тимәк, Юлай моңоноң дауамы бар!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас