БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатынды теплицала ҡолағандан һуң «Ашығыс ярҙам» машинаһында медицина учреждениеһына алып киләләр. Компьютер томографияһы 12-се умыртҡа дискының зарарланыуын күрә. Шулай уҡ арҡа мейеһенә лә зыян килгән.
Табиптар метал конструкция ҡуйып, умыртҡа бағанаһын тотороҡло хәлгә килтерергә була. Әммә диффузлы остеопороз ауырыуы арҡаһында (һөйәк туҡымаһының тығыҙлығы боҙолоуы) уларға махсус винтлы констуркция ҡуйып, уны һөйәк цементы менән нығытып ҡуйырға турак килә.
58 йәшлек ҡатынды дауалау уңышлы үтә, хәҙер уны дауахананан сығарырға итәләр.
Фото:Башинформ.