Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2024, 08:30

Быйыл бушлай медицинала нимә үҙгәрә?

Мотлаҡ медицина страховкалауы системаһы экспертары һөйләүенсә, 2024 йылда медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантияһы программаһында нимәләр үҙгәрә?

Быйыл бушлай медицинала нимә үҙгәрә?Быйыл бушлай медицинала нимә үҙгәрә?
Быйыл бушлай медицинала нимә үҙгәрә?

 

– Диспансерлаштырыуға С гепатитына антитәнсәләргә скрининг өҫтәлә. Ул 25 йәштән оло кешеләргә һәм ун йылға бер тапҡыр үткәрелә.

– Шулай уҡ 2024 йылдан диспансерлаштырыу барышында репродуктив сәләмәтлекте лә тикшерәсәктәр.  Бынан тыш, ҡыҙҙарға гинекологта тәүге консультация йәшен 14-тән 13-кә кәметеү күҙаллана.

– Быйыл дәүләт гарантияһы программаһында яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә – медико-психология консультацияһы.  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә,  ауырлы ҡатындарға,   бала табыусы пациенттарға айырым  иғтибар бирелә.

– Көндөҙгө  стационарҙа  дауаланыуға  сығымдар нормативы арта –  бер осраҡ өсөн 19,1 мең һумға тиклем.

– 2024 йылда  Мотлаҡ медицина страховкалау  программаһында «акушерлыҡ һәм гинекология», «педиатрия» һәм «йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы»  профилдәре буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамының өс яңы төрө барлыҡҡа киләсәк.

Хәҙер Мотлаҡ медицина страховкалау программаһының  төп программаһына инә:

  • Аналыҡтағы миоманы, шулай уҡ плацентаның йәбешеп үҫеүе менән пациенткаларҙы дауалау буйынса төрлө операция, МРТ һәм УЗИ күҙәтеүе аҫтында балаятҡылығы  миомаһын  ЭМА дауалау.
  • Балаларҙа трахеяның, ҡурылдайҙарҙың, үпкәнең тыумыштан килгән аномалияларын химиотерапия һәм ген инженерияһы биологик дауалау препараттарын ҡулланып, поликомпонентлы дауалау.
  • Йөрәк ишемияһы ауырыуы булғанда, коронар ангиопластика һәм ҡан тамырына 1 – стент ҡуйып, стентлау
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас