Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2024, 09:00

Атаһының һөйәркәһен "аҡылға ултыртмаҡсы" булғандар...

Бәләбәй ҡала суды кешене урлауҙа ғәйепләнгән ике  ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.  

Атаһының һөйәркәһен  "аҡылға ултыртмаҡсы"  булғандар...Атаһының һөйәркәһен  "аҡылға ултыртмаҡсы"  булғандар...
Атаһының һөйәркәһен "аҡылға ултыртмаҡсы" булғандар...

Бәләбәй ҡала суды кешене урлауҙа ғәйепләнгән ике  ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ҡыҙы  атаһының һөйәркәһе булыуын белеп ҡала . Спиртлы эсемлектәр эсеп ултырғанда  ул туғанына теге ҡатынды аҡылға ултыртырға тәҡдим итә. Ҡатын-ҡыҙҙар уны мөһим һөйләшеү һылтауы менән өйөнән саҡырып сығаралар һәм машинаға ултыртып, ҡала зыяратына алып китәләр. Унда бер нисә сәғәт тоталар, тотоп, туҡмап,  үлтереү менән янайҙар. Һуңынан атаһы йәшәгән йортҡа алып киләләр. Уның кеҫә телефонын ҡулланырға маташыуын күреп, енәйәтселәрҙең береһе уны ҡулынан тартып ала. Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре  «аҡылға ултыртыусылар»ҙы ҡулға ала.

БР прокуратураһынан  хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер был ике ҡатын  кеше урлауҙа, уны туҡмап, һаулығына зыян килтереүҙә,  үлтереү һәм талау менән янауҙа ғәйепләнә. Улар өлөшләтә генә  ғәйепле булыуҙарын таныған. Был ханымдар  4 йыл һынау ваҡыты менән 6 йыл 6 ай һәм 5 йыл 6 ай шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгәндәр. Зыян өсөн күреүсегә  компенсация сифатында 100 мең һум түләргә бурыслылар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас