Ҡыштың һуңғы айын, шаҡайҙы, ҡарлы буласаҡ, тип күҙаллағайнылар инде. Ҡар яуғанда һыуыҡ булмай, буғай.
Эйе, синоптиктар, ай башында иң һыуығы – 10 градус (көндөҙ) була, ти. Ә артабан ай буйына көндөҙгө температура –4, –7 градус самаһы булһа, төнөн –11, –12 градус тирәһе торасағы ихтимал. Февралдең һуңғы көндәрендә һыуыҡлыҡ 1 градустан артмаҫ, моғайын. Был ай башлыса болотло буласаҡ.
Ә март? Росгидромет прогнозына ярашлы, яҙҙың тәүге айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ булмаҡсы. Хатта буран да улай уҡ ҡотормаҫ, ахыры. Сөнки яуым-төшөмдө әҙ күҙаллайҙар. Көндөҙ иң һыуыҡ көн –6 булһа, иң йылыһы +1 градус буласаҡ.
Фото: Юлай Кәримов.