Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2024, 10:00

Әсәһен үлтереүсенең эҙҙәрен йәшергән

  Өфөлә йәшәүсе ир ҡәйнәһен үлтергән өсөн хөкөм алдына баҫасаҡ.  

Әсәһен үлтереүсенең эҙҙәрен йәшергәнӘсәһен үлтереүсенең эҙҙәрен йәшергән
Әсәһен үлтереүсенең эҙҙәрен йәшергән

 

Үлтерелгән  ҡатындың ҡыҙы уның енәйәте тураһында белгән һәм йәшерергә маташҡан.

Башҡортостан Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 7 ноябрҙә  хоҡуҡ һаҡлау органдарына зыян күреүсенең ҡыҙы мөрәжәғәт иткән. Ул 64 йәшлек әсәһенең 24 октябрҙә кискеһен өйҙән сығып китеүе һәм шул ваҡыттан бирле уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ булыуы хаҡында хәбәр итә. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәфтишселәр һәм криминалистар әсәһе юғалған ханымдың өйөнә юллана, унда ентекле тикшергәндә ҡан эҙҙәре таба. Ҡатындың туғандарынан һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алғандан һуң шик юғалған кешенең 49 йәшлек кейәүенә төшә. Тәфтишселәр фаразлауынса, 24 октябрҙә өйҙә ҡәйнә менән кейәү араһында  низағ сыҡҡан һәм ир  йоҙроғо менән уға бер нисә тапҡыр һуҡҡан, һуңынан бысаҡ алып, ҡатындың муйынына сәнскән. Алған йәрәхәттән ул һәләк булған.

А.мәйетте полиэтиленға урап автомобиленең багажнигына һалып ҡуя һәм Благовещен районы яғындағы урманға алып барып ташлап, өҫтөн ботаҡтар менән ҡаплап китә.  Әсәһенең үлтерелгәнен йәшереү өсөн ҡыҙы полицияға уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ғариза яҙа.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас