Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2024, 16:30

Минең милли аҙығым

Бөгөн Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбендә традицион "Минең милли ризығым" исемле флешмоб үткәрелде. Был хаҡта мәктәптең сайтында хәбәр итәләр.

Минең милли аҙығымМинең милли аҙығым
Минең милли аҙығым

 Был сарала ҡатнашыусы уҡыусылар ҡыҫтыбый бешерергә өйрәнде. Ҡыҫтыбый бешереү серҙәрен технология уҡытыусыһы Раушания Мир ҡыҙы Зөлҡәрнәева өйрәтте. Шулай уҡ башҡорт милли ризыҡтары ҡаҙы, ҡорот, майланған сейә һәм төрлө ҡамырҙан әҙерләнгән милли аштарҙың кеше һаулығына йоғонтоһо тураһында һөйләне. Бергәләп әҙерләгән милли ризыҡтарыбыҙ бик тәмле килеп сыҡты.
Сараның аҙағында күмәкләп сәй эсеү ойошторолдо. Флешмоб барыһына ла оҡшаны.
Күстәнәскә төрлө башҡорт милли ризыҡтарын бешереп ебәргән әсәйҙәргә ҙур рәхмәт!

Фото:сайттан алынды.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас