Баш ауыртҡанда
Баш ауыртыуын гел генә дарыу эсмәҫ өсөн халыҡ дауалау ысулдарын ҡулланып та баҫырға була.
- Бер ҡалаҡ һары мәтрүшкәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға һәм һөҙөргә. Һуңынан көнөнә өс тапҡыр ¼ стакан эсергә.
- Баш даими рәүештә ауыртҡанда ¼ стакан яңы һығылған картуф һуты эсергә.
- Баш ныҡ ауыртҡанда көнөнә өс тапҡыр ¼ стакан ҡарағат, ҡыҙыл көртмәле йә балан һуты эсергә.
- Лимон киҫәгенең ҡабығын таҙартып сикәгә ҡуйырға.
- Көн һайын ашаған ваҡытта бер балғалаҡ балды бер балғалаҡ алма һеркәһенә ҡушып ашарға.