Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 11:55

Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!

Бөгөн, 2024 йылдың 24 ғинуарында, Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһының 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм 2024 йылға бурыстар ҡуйыу сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!
Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!

2023 йылда республикала янғындарҙа 238 кеше һәләк булған. Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Иң күбе ир-егеттәрҙең, шулай уҡ оло йәштәгеләрҙең ғүмере өҙөлгән. Торлаҡ секторында янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында республика бюджеты иҫәбенә "Һәр йортҡа, һәр фатирға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма" проекты тормошҡа ашырыла. 2023 йылда 86 мең самаһы автономлы янғынды иҫкәртеүсе прибор тапшырыла. Был 1084 кешенең, шул иҫәптән 411 баланың ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар янғынды иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында фекер алышты.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!
Янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас