Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 09:35

Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: мутлашыусылар йоҡламай, яңынан-яңы алдау схемалары уйлап таба

Зинһар, һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар аҡса урлау өсөн кешеләрҙең тауышы менән эшләргә өйрәнгән.

Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: мутлашыусылар йоҡламай, яңынан-яңы алдау схемалары уйлап табаТағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: мутлашыусылар йоҡламай, яңынан-яңы алдау схемалары уйлап таба
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: мутлашыусылар йоҡламай, яңынан-яңы алдау схемалары уйлап таба

Нисек уларҙың "ҡармағына" эләкмәҫкә - Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банктың хәүефһеҙлек бүлеге эксперты Ольга Кузнецова аңлата:
Мутлашыусылар яһалма интеллект ярҙамында тауыш яһай. Улар социаль селтәрҙәрҙәге йәки мессенджерҙағы аккаунттарға инә һәм хат алышыуҙарҙан тауыш өлгөләрен ала.
Хәбәр ебәргән кешегә шылтыратып, уның аҡса һорауы дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген асыҡлағыҙ.
Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, мөмкин булған һәр ерҙә ике факторлы аутентификация булдырығыҙ һәм интернетҡа шәхси мәғлүмәтте һаҡлыҡ менән урынлаштырығыҙ.
Шулай уҡ түбәндәгеләр менән танышығыҙ:
Мутлашыусыларҙың яңы схемаһы тураһында — иҫке аҡсаны яңыға алмаштырыу

Мутлашыусылар Үҙәк Банк исеменән шылтырата. Уларҙы нисек белергә?

Кибермутлашыусыларҙың киң таралған енәйәт сценарийҙары

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас