Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 11:39

Опера йырсыһы муттарҙы тоторға ярҙам итә

Олеся Хөснөтдинова - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Ә буш ваҡытында ул полиция хеҙмәткәрҙәренә мутлашыусыларҙы асыҡларға ярҙамлаша. Уның ярҙамы менән дүрт енәйәт туҡтатылған. 

Опера йырсыһы муттарҙы тоторға ярҙам итәОпера йырсыһы муттарҙы тоторға ярҙам итә
Опера йырсыһы муттарҙы тоторға ярҙам итә

Һуңғы тапҡыр Олеса Хөснөтдиноваға билдәһеҙ кешеләр стационар телефонға шылтырата һәм уның туғанының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе һәм ашығыс рәүештә аҡса - миллион ярым һум кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Ҡатын муттарға ышанған булып уйнай. Енәйәтселәр уның ышанысын яуларға тырышҡанда, Олеся шым ғына полицияға шылтырата. Оперативниктар аҡсаны алырға килгән таксист менән курьерҙы ҡулға ала. Олеся Хөснөтдинованы Эске эштәр министрлығы етәкселеге бүләкләргә йыйына.

Фото: "Дөрөҫөн әйткәндә" телеграм-каналы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас