Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2024, 04:53

Иген һатыу күләме ике тапҡырға артҡан

Былтыр Башҡортостан сит илдәргә 471,78 мең тонна бойҙай һәм унан эшләнгән продукт һатҡан. Был күрһәткес 2022 йыл менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа юғарыраҡ.

Иген һатыу күләме ике тапҡырға артҡанИген һатыу күләме ике тапҡырға артҡан
Иген һатыу күләме ике тапҡырға артҡан

Республикала "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

Беҙҙән сит илгә иген һәм ҡуҙаҡлылар һатыу күләме генә түгел, ә алыусыларҙың географияһы ла киңәйгән. Беҙ Әзербайжан, Бельгия, Германия, Грузия, Дания, Ҡаҙағстанға һата инек, хәҙер Афғанстанға, Ҡырғыҙстанға, Ҡытайҙа, Төркиәгә һәм башҡа күп илдәргә лә сығарабыҙ.

Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас