БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республикала “Башҡортостан вахтаһы” тип аталған яңы төбәк проекты булдырылды. Уның маҡсаты – вахта менән ситтә эшләгәндәрҙе үҙебеҙҙең ҙур сәнәғәт предприятиеларына эшкә йәлеп итеү.
Был проектҡа тәүгеләрҙән булып Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡушылды. Был оборона предприятиеһына 5 мең белгес талап ителә.
Башҡортостандан вахта ысулы менән ситтә 160 мең кеше эшләй, шуларҙың 113 меңе - Себерҙә.