Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Января 2024, 14:05

47 йәшлек ир килененә бысаҡ менән сәнскән

Учалы районының полиция хеҙмәткәрҙәре һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алды.

47 йәшлек ир килененә бысаҡ менән сәнскән47 йәшлек ир килененә бысаҡ менән сәнскән
47 йәшлек ир килененә бысаҡ менән сәнскән

Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә бысаҡ менән яраланған 40 йәшлек ҡатындың дауаханаға һалыныуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене асыҡлай һәм ҡулға ала. Ул ҡатындың 47 йәшлек ҡайнағаһы булып сыға. Енәйәтсе ҡылған ғәмәлен таныған.

Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бер туғандар ҡатындары менән үҙҙәренең йортонда спиртлы эсемлектәр эскән. Эсеп алғас, ағай тейешле кеше үпкәһен иҫенә төшөрә. Ирҙәр араһында низағ тыуа. Асыҡланыуынса, ҡустыһы эшкә урынлашып, ағаһының урынын алған булған. Низағты туҡтатырға теләп, ҡатын икеһе араһына барып ҡыҫыла. Ҡатын иренә ярҙам итергә маташа, әммә ҡайнағаһына был оҡшамай. Ғәйепләнеүсе бысаҡ ала ла, килененә сәнсә.

Үҙенең ҡылығын ул ир-егеттәр конфликтына ҡатын-ҡыҙ ҡыҫылырға тейеш түгел, тип аңлата.

- Һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһы һайланған, - тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғөбәйҙуллина хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас