Законлы никахта алынған фатир – һеҙҙең уртаҡ милек һанала. Уның кем исеменә рәсмиләштерелеүе әһәмиәтле роль уйнамай. Килешеүҙе үҙгәртер өсөн иң тәүҙә банктың рөхсәте кәрәк. Улар ризалыҡ биреп, ипотеканы ирегеҙ исеменә рәсмиләштерһә, бурыс буйынса яуаплылыҡ һеҙҙән алып ташлана. Фатирға һалынған дөйөм аҡса теүәл икегә бүленергә тейеш. Үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө ирегеҙҙән талап итергә тулы хоҡуғығыҙ бар. Был ҡатмарлы хәлдән иң яйлы сығыу юлы – фатирҙы һатыу һәм уртаҡ итеп бүлешеү. Ғәҙәттә,банктар торлаҡты һатырға ризалыҡ бирә.