Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, бында ағинәйҙәр, хаҡлы ялдағы апай-ағайҙар, ир-аттар, йәштәр, уҡытыусылар - һәр кем ярҙамға килгән.
"Яңы йыл байрамынан алда китапханасы Айгөл Ғәйнуллина буш консерва банкаларын ташламай, йыйырға саҡырып пост яҙғайны. Был постҡа бик күп кеше яуап бирҙе, ҙур пакеттар менән дә, ҡумта-ҡумта итеп ауыл халҡы консерва банкалары ғына алып килмәне, шул уҡ мәлдә парафин алыу өсөн күп кенә аҡса ла йыйҙы ауылдаштарым, - ти китапханасы. Тейешле һауыттар әҙер булғас, уларҙы парафин менән тултырғандар. Һөҙөмтәлә, ике көндә 130 шәм әҙерләгәндәр", - тип яҙылған төркөмдә.
Шәмдәрҙе гуманитар йөк менән ебәрәсәктәр. Афарин, нуримандар!
Сығанаҡ һәм фото: Исполком-Курултая-Башкир Мр-Нуримановский-Район-Рб (vk.com)