Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2024, 19:17

Муттарҙан 23 кеше алданған

Дөйөм зыян күләме өс миллион һумдан ашыу... 

Муттарҙан 23 кеше алданғанМуттарҙан 23 кеше алданған
Муттарҙан 23 кеше алданған

Өфөнән 67 йәшлек ир "инвестиция белгесенең" тәҡдиме менән ҡыҙыҡһынып, өҫтәмә табыш алырға дәртләнә һәм һөҙөмтәлә 960 мең һум аҡсаһынан яҙа.

Маркетплейста аҡса эшләргә йыйынған 25 йәшлек ҡыҙ муттарға 505 мең һум кредит аҡсаһын күсергән. 

Ә 21 йәшлек егет интернетта танышҡан "ҡыҙға" 175 мең һум кредит аҡсаһын ебәргән. "Ҡыҙ", ауыр хәлдә ҡалдым, ярҙам ит, тип һорағас, студент баш тарта алмаған, үкенескә... 

Алданмағыҙ, халыҡ, уяу булығыҙ! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас