Авария бөгөн көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә М-5 "Урал" автомобиль юлының 1422-се километрында була. Мәғлүмәттәр буйынса, Өфөнән 35 йәшлек ир "ВАЗ-2109" машинаһында ҡар таҙартҡан трактор менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән. Авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға нескәлектәре асыҡлана.