2023 йылдың сентябрендә 73 йәшлек пенсионерға ялған банк хеҙмәткәре шылтырата. Ул уның исеменә муттарҙың кредит алырға теләүҙәре тураһында әйтеп, аҡсаны һаҡлап ҡалырға ярҙам тәҡдим итә. Был һөйләшеү ваҡытында ҡатын янында уның 50 йәшлек улы була. Ул әңгәмәне тыңлай һәм әсәһенең мутлашыусылар менән һөйләшкәнен аңлай, шуға күрә һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш итә. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, енәйәтселәр пенсионер ҡатынды ҡурҡыта башлай һәм улының телефон номерын һорай. Теләгәнен алғас, мутлашыусылар ирҙе лә эшкәртә башлай. Әсә менән ул, кемдер уларҙың шәхси мәғлүмәттәрен ҡуллана ала, тип ышана һәм "белгестәрҙең" әйткәнен үтәй. Кредитты рәсмиләштереүҙе булдырмау өсөн уларға ҡалала булған бөтә банктарҙы урап үтеп, үҙ аллы займдар рәсмиләштереү кәрәк була. 130 мең һумға яҡын аҡса алғандан һуң, уны "хәүефһеҙ иҫәпкә" ебәрәләр. Артабан ялған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә. Ышаныслы булһын өсөн улар үҙҙәренең танытмаларының фотоларын ебәргән. Ялған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе менән зыян күреүсе хатта видео шылтыратыу аша аралаша. "Полиция хеҙмәткәре" формала һәм эш кабинетында булған.
Формалағы әҙәм зыян күреүселәрҙән кредит алырға маташҡан мутлашыусылар төркөмөн тоторға ярҙам һорай. Йәнәһе лә, бының өсөн уларға фатирҙарын һатырға кәрәк, имеш тә, һуңынан, операция тамамланғас, фатирҙары кире үҙҙәрендә ҡаласаҡ. Актерҙарға ышанып, әсә менән ул үҙ торлағын һатҡан. Һатыуҙан алынған аҡсаны ла зыян күреүселәр "махсус иҫәпкә" ебәрә.
Әсә менән ул үҙҙәренән алдаҡсыларҙың ҡорбандары булыуын шул уҡ муттарҙан белеп ҡала: билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, зыян күреүселәрҙе мыҫҡыллай башлай. Мутлашыусылар ғаиләнең башҡа торлаҡ юҡлығын белә һәм шуға күрә уларға эшкә инергә тәҡдим итә. Зыян күреүселәрҙе торлаҡ һәм аҙыҡ менән тәьмин итергә вәғәҙәләйҙәр. Бының өсөн енәйәттәр ҡылыуҙы талап итәләр. Әсә менән ул бындай шарттарға ризалашмай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Мутлашыу операциялары барышында 73 йәшлек пенсионер ҡатындың ғаиләһе фатирһыҙ ҡала һәм 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. Был факт буйынса Күмертауҙа енәйәт эше ҡуҙғатылған, - тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғөбәйҙуллина хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.