Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января 2024, 04:41

Афарин, Максим!

Башҡортостан саңғысыһы Максим Яншаев биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында, һуҡырҙар спортында, бер алтын һәм ике көмөш миҙал яулаған.

Афарин, Максим!Афарин, Максим!
Афарин, Максим!
Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, турнир Ижевскиҙа үткән, илдең ун төбәгенән 100-гә яҡын спортсы ҡатнашҡан.

Максим Яншаев (спортсыны оҙатып йөрөүсе - Александр Потапов) классик (5 км, спринт) һәм ирекле стилдә (10 км) сығыш яһаған.

Фото: БР Спорт министрлығының телеграм-каналы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас